«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Айгүзәл МОРТАЗИНА



15.11.2018 Айгүзәл МОРТАЗИНА

Айгүзәл МОРТАЗИНА
Үҫәргән ырыуы ҡыҙымын – Башҡортостандың иң көньяғында урынлаш­ҡан йәмле Ейәнсура районының Яңыбай ауылында тыуып үҫкәнмен.
Бала-саҡтан йыр-моң яратам. Ошо һөйөүем мине Өфөгә алып килде. Әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка бүлегендә белем алам.
«Кешелә бөтә нәмә лә матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйлаған уйҙары ла», – тигән бөйөк рус яҙыусыһы Антон Чехов. Был һүҙҙәр – тормош девизым. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙың һөйкөмлө булып күренгеһе килгән кеүек, мин дә шуға ынтылам. «Театр-дефиле», «Һомай» студияһына йөрөйөм, «Өфөнөң Топ-моделе – 2018» исемен яуланым. Быйыл үҙемде «Башҡортостан гүзәле» конкурсында ла һынап ҡарарға теләгем бар.
Кумирым – Ейәнсура ағинәйе, моң алиһәһе Мәрйәм Бураҡаева. Бөтә донъяны тик моң ҡотҡарыр, ҡайғыларҙы таратыр, һағыштарҙы баҫыр, телһеҙҙәрҙе йырлатыр, ауырыуҙарҙы һауыҡтырыр ул.
Маҡсатым – Мәрйәм апай һымаҡ башҡорт телен, милләтен, рухын үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индереү, уны киләһе быуындарға еткереү, республикабыҙҙың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға