19.10.2018 Гүзәлиә ВАХИТОВА
Башҡортостандың иң хозур төбәктәренең береһе – Бөрйән районының Мәндәғол ауылында өлгөлө, татыу ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Бала сағым ауылда, атай-әсәйем янында үтте. Башланғыс белемде – үҙ ауылым мәктәбендә, урта белемде Иҫке Собханғолда алдым. Әле Өфө урман техникумында икенсе курста уҡыйым.
Ваҡытымды дөрөҫ итеп бүлергә тырышам, яратҡан шөғөлдәрҙе лә онотмайым. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү, һындар эшләү менән шөғөлләнәм. Һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡып, ҡулыма танытма ла алдым. Туй, тыуған көндәргә открытка-бүләктәрҙе үҙ ҡулдарым менән эшләйем. Мәктәптә уҡығанда "Скул-лайф" телестудияһында алып барыусы ла булғайным, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштым. Инша-шиғыр яҙыу, ятлау буйынса һәр саҡ призлы урындар яуланым. Коми республикаһында үткән конкурста ла ҡатнашыу бәхете тейҙе. Быйыл интернетта үткән конкурста "Бөрйән һылыуы – 2018" исемен алдым.
Тормош девизым – "Өйрәнергә, белергә, еңергә!". Һәр ваҡыт яңы маҡсат-хыялдар менән янып йәшәйем. Илемә, халҡыма файҙалы кеше булырға хыялланам.