«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Наргиз РӘХИМОВА



23.07.2018 Наргиз РӘХИМОВА

Наргиз РӘХИМОВА
Өфөлә тыуып үҫкән. Бала саҡтан уҡ бейеү һәм матурлыҡты үҙ иткән: Айҙар Ғәлимов студияһында шөғөлләнгән, аҙаҡ Линара Таһированың “Һылыуҡай”ына йөрөгән.
Сочиҙа үткән “Рәсәйҙең гәлсәр коронаһы – 2013”, “Ебәк юл” халыҡ-ара матурлыҡ һәм мода фестивалендә (Әзербайжан) Башҡортостан данын яҡлаған. Өфөлә үткән “Урал моңо”, “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә, ШОС һәм БРИКС саммитында ҡатнашҡан, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы матчтарында эшләгән.
Мәктәпте тамамлағас, Петр Великий исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында “Логистика” һөнәре буйынса белем ала. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ул.
Наргиз сит илдәрҙе ярата. 10-сы кластан һуң өс ай Германияла немец ғаиләһендә йәшәгән. Әле – “Work and travel” программаһы буйынса Америкала. “Инглиз теле кимәлен үҫтерәм, АҠШ мәҙәниәтен өйрәнәм”, – ти ҡыҙ. Ул Америкала, Төркиәлә, Колумбияла, Ямайкала, Тайванда, Малайзияла, Ҡытайҙа, Японияла, Украинала, хатта Нигерияла дуҫтар тапҡан.
– Ваҡытымды әрәм итмәйем, Башҡортостан тураһында һөйләйем, үҙебеҙҙең мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәт менән таныштырам, – ти Наргиз. – Аҙыраҡ башҡорт теленә лә өйрәтәм, тәмле нәмәне аңлатҡанға, ахыры, барыһына ла “Күстәнәс” тигән һүҙ оҡшай.
Ҡыҙ “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға үҙенең сәләмен дә еткерә:
– Һәр көндө һөҙөмтәле һәм маҡсатлы итеп үткәрегеҙ! Тормошҡа ҡыуанығыҙ һәм эргә-тирәгеҙҙәге кешеләрҙе ҡыуандырығыҙ! Маҡсат ҡуйығыҙ һәм уны тормошҡа ашырығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға