«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Алһыу АБСАЛИҠОВА



09.07.2018 Алһыу АБСАЛИҠОВА

Алһыу АБСАЛИҠОВА
Хозур тәбиғәтле, бай тарихлы Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылында тыуып үҫтем. Бала саҡтан бирле һүрәт төшөрөргә яратам, шуға күрә, 2012 йылдан алып Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡыным. Быйыл диплом эшен “биш”кә тапшырып, мәктәпте “алтын миҙал”ға тамамланым.
Һүрәт төшөрөүҙән тыш, шулай уҡ спорт (волейбол һәм еңел атлетика) менән шөғөлләнәм, халыҡ бейеүҙәре менән төрлө концертта сығыш яһайым. Олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, тел һәм мәҙәниәт менән бәйле булған сараларҙа, “Тамыр” студияһының “Һорау+Яуап=Портрет” тапшырыуында әүҙем ҡатнашам.
Онотолмаҫлыҡ бала саҡ, мәктәп йылдары, бик күңелле, һағышлы, хәтирәләргә бай үтте һәм хәҙер имтихандарҙы тапшырғас, киләсәгемде һайлау юлында торам. Киләсәктә лә тормош шулай яңы асыштарға, ихлас дуҫтарға бай булыр тип ышанам. Йәштәргә уңыш теләйем, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, үҙ маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, тарихын хөрмәт итеп, матур тормош ҡороғоҙ. Барыһы ла тик үҙ ҡулығыҙҙа!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға