18.06.2018 Айзилә ЮНЫСОВА
2001 йылдың 18 июнендә Хәйбулла районында тыуғанмын. Онотолмаҫ бала саҡ хәтирәләрем күңелле лә, һағышлы ла. Атай-әсәй ҡосағында тормоштоң ғәрәсәттәре һине урап үткәне күңелле булһа, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыуың, ҡәҙерле кешеләреңдән айырылыуы һағышлы. Шулай ҙа мин был донъяға лайыҡлы йәшәр һәм көрәшер өсөн тыуғанмын.
Балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп йылдары минең өсөн иң ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс осор булып иҫтә ҡалған. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү, йыр, бейеү бәйгеләрендә ҡатнашыу, сәхнәгә тәүгә аяҡ баҫыу киләсәккә төплө нигеҙ булып торҙо. Аҙаҡтан мәктәптә төрлө ярыш-олимпиадала көсөмдө һынау белем алыуҙа сыныҡтырҙы.
2013 йылда Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһына уҡырға индем. Бында мине һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәттеләр. Хәҙерге ваҡытта “Тамыр” студияһының “Тау-тау хәбәрҙәр”, “Һорау + яуап = портрет” тапшырыуҙарында ҡатнашам.
Һәр берегеҙгә үҙ маҡсатығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйем!