08.06.2018 Дилүзә БАЙСУРИНА
Дилүзә Фәнил ҡыҙы Байсурина. Баймаҡ районының Байым ауылынан, 19 йәштә. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында технология бүлегенең икенсе курсында белем ала. Ике юғары белемдең киләсәктә кәрәге тейер, тип шул уҡ уҡыу йортонда ситтән тороп юрист һөнәрен дә үҙләштерә.
Мәктәп йылдарында төрлө фәндән район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеү яулаған. Институтта ла һынатмай, төрлө ярышта тәүге урындарҙы биләй.
Дилүзә спорт менән дә дуҫ, уҡыу йортоноң волейбол командаһында уйнай. Буш ваҡытында китап уҡырға, тәмле итеп бешерергә ярата. “Миңә ошондай матур донъяны бүләк иткәндәре, тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен”, – ти үҙе тураһында. Уның тормош девизы – “Киләсәктә туғандарыма, илемә кәрәкле кеше булыу!”