«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гөлкәй СИРАЖЕТДИНОВА



11.05.2018 Гөлкәй СИРАЖЕТДИНОВА

Гөлкәй СИРАЖЕТДИНОВА
Иҫ киткес матур тәбиғәтле Учалы районының йәмле Ирәмәл тауы буйында, Яйыҡ йылғаһы эргәһендә урынлашҡан Юлдаш ауылында тыуып үҫкәнмен.
21 йәштәмен. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университетының 3-сө курсында инженер-метролог һөнәрен үҙләштерәм.
Бәләкәй сағымдан уҡ бейергә яраттым, әле лә был һөнәремә тоғро ҡалам. Буш ваҡытта китап уҡыйым, йырлайым. Спорт менән шөғөлләнәм, сәләмәт йәшәүҙе үҙ итәм.
Атай-әсәйем, туғандарым минең менән ғорурланһын тип хыялланам. Киләсәктә сәйәхәт итергә, дуҫтарыма һәм ғаиләмә төрлө илдән матур открыткалар ебәреп ҡыуандырырға теләгем бар.
"Булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!" тигән тормош девизы буйынса йәшәйем. Ысынлап та, тырышһаң, ҙур теләгең булһа, барыһы ла килеп сығасаҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға