09.01.2018 Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
Шөкөр итеп, 2017 йылды тамамлап, Яңы йылды ла ҡаршыланыҡ. Гәзитебеҙ замандың ауыр елдәренә бирешмәй, барыбер үҙенең уҡыусыһын таба, абруйын юғалтмай. Мөһим күрһәткес – ярты йыллыҡ тираждың элекке кимәлдә һаҡланыуы быны асыҡ күрһәтә. Яңы аяҡ баҫҡан йылда ла беҙ яңы исемдәр, көтөлмәгән асыштар, ҡыҙыҡлы конкурстар, уҡымлы мәҡәләләр менән һеҙҙе һөйөндөрөргә вәғәҙәләйбеҙ.
Бына нисәмә йыл буйы алып барылған матурлыҡ бәйгеһе – “Йәшлек” гүзәле” конкурсын да яңыртасаҡбыҙ. Нисек тиерһегеҙ, тиҙҙән был хаҡта мәғлүм буласаҡ. Ә әлегә 2017 йылғы ярышҡа йомғаҡ яһайыҡ.
Былтыр гәзит биттәрендә бөтәһе 27 һылыуҡайҙың фотоһы баҫылды, сайтҡа, социаль селтәрҙәргә һалынды. “Бәйләнештә” селтәрендә “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсы” төркөмөнә бәйгеселәр үҙҙәренең фотоларын диуарға ҡуйҙы йәки шәхси хәбәрҙәр менән ебәрҙе.
Ярышсылар йәшәгән төбәктәрҙе барлағанда, республикабыҙ район-ҡалалары менән бер рәттән, Мәскәү, Магнитогорск ҡалалары, сит өлкәләрҙән ҡатнашҡан сибәркәйҙәр ҙә булды. Нимәһе ҡыҙыҡ – ҡыҙҙарҙың күпселеге үҙен медицинаға арнаған. Кемдер шәфҡәт туташы, табип булып эшләһә, бәғзеләре медицина уҡыу йорттарында юғары йәки урта һөнәри белем ала.
Һәр ҡыры ҡояш нурҙарына емелдәгән, бер ҡасан да ҡабатланмаҫ нур биргән аҫыл таштарҙың иң матурын һайлап алыуы ҡыйын. Ярыштағы ҡыҙҙар ҙа шулай: барыһы ла уңған, мөләйем, матур, аҡыллы, тырыш, маҡсатына ынтылыусан. Иң мөһиме – был ҡыҙҙар башҡорт халҡына тап төшөрөрлөк түгел. Барыһы ла ҡыйыу, күңелдәре саф, ғорур, уңған, сәләмәт йәшәүҙе үҙ итәләр. Уҡыу, йәмәғәт эшендә әүҙемдәр, милли рухта тәрбиәләнгәндәр.
Конкурсты йомғаҡлап, тәүҙә “Бәйләнештә”ге төркөмдә “Интернет гүзәле” һайланды. Бер аҙна самаһы барған һорау алыуҙа Әбйәлил ҡыҙы Сөмбөл ЛОҠМАНОВА еңде! Ул 1084 тауыш йыйҙы.
Халыҡ әйткән – хаҡ әйткән. Сөмбөл өсөн тауыш биреүселәр бихисап ине, редакция комиссияһы ла бының менән килеште. Шулай итеп Сөмбөл Лоҡманова – “Йәшлек” гүзәле – 2017”! Афарин!
Интернетта тауыш биреүҙә тәүге урынды алған ҡыҙҙан тыш, редакция комиссияһы тағы ла дүрт һылыуҡайҙы һайланы. Улар тураһында түбәндә уҡығыҙ.
2018 йылда конкурста ҡатнашырға теләүсе ҡыҙҙар, “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр яҙырға мөмкинлек (асыҡ “личка”) булдырығыҙ. Унан һуң фотоһүрәтле альбомдарығыҙҙы асыҡ, беҙ инеп ҡарай алырлыҡ булһын. Һөйгәндәрегеҙгә, дуҫ егеттәрегеҙгә “Йәшлек” гүзәле” ярышында ҡатнашыуығыҙ тураһында алдан әйтегеҙ. Ни өсөн тигәндә, йыл һайын ошоға бәйле үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ, һүҙ көрәштереү осраҡтары, хатта әрләшеү-янауҙар ҙа булып ала.
Үҙегеҙ тураһында матур итеп яҙығыҙ. Уй-хыялығыҙ, тормош маҡсатығыҙ менән таныштырып үтеү кәрәк. Ҡайҙа тыуып үҫкәнһегеҙ, белем алаһығыҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, хыялдарығыҙ – беҙгә ошолар кәрәк. Яҙмағыҙҙы ҙур итмәгеҙ, күләме ыҡсым булһын.
Фотоға килгәндә, сифатлылары ғына ҡабул ителә. Телефон камераһы ярҙамында төшөрөлгән селфи фотолары бармай. Күмәкләп төшкән, унан ҡырҡып алырҙар әле, тигән һүрәттәр ҙә ҡабул ителмәй. Был мәсьәләгә яуаплы ҡарау талап ителә. Иң яҡшыһы – ҡояшлы яҡты көндә тәбиғәттә фотоға төшөү йәки студия һүрәттәре. “Тағы ла фотолар кәрәк, былары бармай” тигәнгә үсекмәгеҙ, һеҙ яҡшы тип уйлағандары гәзит битенә бөтөнләй бармай йәки ҡуйыуы уңайһыҙ.
“Мисс серлелек”
Гүзәлиә ӘБҮБӘКЕРОВА
Өфө ҡыҙы Гүзәлиә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ла эшләп өлгөргән. Хәҙер ул “Бьюти хаус Guzeliya” матурлыҡ студияһын асҡан.
– Матурлыҡ индустрияһына күсеүем – үҙемде идеаль формаға килтереүгә бәйле хыялымды тормошҡа ашырыу булды, – ти ул. – Студияла бит тиреһен таҙартыу, массаж, сәскә процедуралар яһайбыҙ. Егеттәр һәм ҡыҙҙарға матур һәм таҙа битле һәм сәсле, сәләмәт тәнле булырға ярҙам итәбеҙ. Киләсәктә был юҫыҡта эште дауам итергә, тәбиғи косметика кибете асырға уйлайым.
Гүзәлиә йөҙөү, йүгереү, туризм, фитнес кеүек әүҙем спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. Сәләмәт йәшәү рәүешен балаларға һәм йәштәргә таратҡыһы килә. “Һау булыу – үҙе “текәлек” билдәһе!” – ти ул был хаҡта. Ҡыҙ йәмәғәт эшендә лә әүҙем. “БР Йәштәр сәйәсәт лигаһы” йәштәрҙең инициативаларын үҫтереүҙе ойошторған төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булып тора. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә, ушу-саньшоу һәм тай боксы буйынса Башҡортостан чемпионы.
Гүзәлиә ҡустыһы Баязит өсөн бына тигән апай ҙа.
“Мисс саялыҡ”
Ләйсән АҘНАБАЕВА
1998 йылдың 20 майында Белорет ҡалаһында тыуған.
– Бала сағым Учалы районының Ҡобағыш һәм Белорет районының Абҙаҡ ауылдарында үтте. Атайым һәм әсәйемдең тыуған ерҙәре минең өсөн берҙәй ҡәҙерле, – ти ул.
Әлеге ваҡытта Ләйсән Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Күңеленә яҡын булған шөғөлдәргә лә ваҡыт таба.
– Бәләкәй саҡтан йыр, бейеү, шиғриәт, һүрәт төшөрөү менән мауыҡтым, – ти ул. – Модель булырға хыяллана инем, әле Айгөл Үтәгәнова етәкселегендәге “Һомай” театр-дефилеһына йөрөйөм. Шиғырҙар яҙам, фотоға төшөрәм, ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашам. Спортты яратам, өс йылдан ашыу милли көрәш секцияһына йөрөп, беренсе разряд алдым. Быйыл йәйгеһен йырсылар Ғайсар Миңлеғолов һәм Рәйес Ҡангилдин менән гастролдәрҙә булдым, бейеү менән сығыш яһаным.
Хыялдарым күп, атай-әсәйһеҙ ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға теләйем.
“Мисс нәзәкәтлек”
Әлмира КАШАПОВА
Әлшәйҙә тыуып үҫкән, әле Өфөлә йәшәгән һылыуҡай үҙе тураһында бына нимәләр бәйән итте:
– Балалар баҡсаһы, мәктәп, колледж, университет кеүек бер-бер артлы килгән социаль баҫҡыстарҙы үтеп, оло тормош юлына сығабыҙ. Мин дә ошо баҫҡыстарҙан атланым, атлайым, тик башҡа тәртиптә.
Бәләкәй сағымда балалар баҡсаһына йөрөмәнем, атай-әсәйем эштә саҡта өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем. Уҡырға төшкәс, дуҫтарым менән аралашҡан саҡтарҙа: “Ни эшләп мин баҡсаны күрмәнем икән?” – тигән үкенесле уйҙар башыма килә ине.
Ете йәшем тулғас, башҡа тиҫтерҙәрем кеүек, уҡырға барҙым. Мәктәп минең өсөн белем усағы ғына түгел, ысын мәғәнәһендә, икенсе өйөм дә булды. Уҡыуҙа ла һынатманым, мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалманым. Табип булам тигән хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн химия һәм биология фәндәрен тырышып үҙләштерҙем. Фәҡәт балалар табибы булырға ниәтләнем.
Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре менән Башҡорт дәүләт медицина университетына “бисмилла” итеп документтарымды тапшырҙым. Тик ҡыҙғаныс! Мин БДМУ-ға бюджет нигеҙендә үтмәнем. Нишләйһең, тормош бының менән генә бөтмәй, Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем һәм быға һис кенә лә үкенмәнем! Шулай ҙа медицина үҙенә барыбер тарта, өсөнсө курста саҡта Өфө медицина колледжына киске бүлеккә уҡырға индем.
Университетты тамамлағас, артабан да белемемде камиллаштырыу ниәте менән БДУ-ның биология факультетына килдем. Быйыл магистратураны тамамлап, дипломлы булдым.
Ә балалар баҡсаһына килгәндә, унда эшләнем.
Алдан әйтеп үтеүемсә, социаль баҫҡыстарҙан башҡасараҡ үрмәләйем: мәктәп, университет, колледж, балалар баҡсаһы һәм йәнә лә мәктәп... Сөнки мин бөгөн – биология уҡытыусыһы.
Балалар табибы булам тигән хыялым нисектер икенсе төрлө юл менән асыла. Балалар менән эшләгем килә ине, уны тормошҡа ашырҙым. Шул уҡ ваҡытта медицина ла ситләп үтмәй – быйыл колледжды тамамлайым.
Тормош ҡыҙыҡ, һин теләгән-уйлаған ерҙәргә генә алып бармай икән ул. Алып барһа ла урау юлдар аша бара. Яҙмышың үҙ ҡулыңдамы, әллә маңлайға яҙылғандарҙы күрергә кәрәкме? Әллә яҙмыштан уҙмыш юҡмы икән?
Ә бөгөн минең хыялым, теләгем, төп маҡсатым – үҙ-үҙемде табыу. Үҙемдең урынымды, үҙ кешемде, үҙ эшемде табыу. Мин әле тик эҙләнеү юлында ғына...
“Мисс һөйкөмлөлөк”
Дилә ИШБАЕВА
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ әле Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый.
Быйыл “Мисс Фармация – 2017” тип аталған II Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, “Беренсе вице-мисс Фармация” исеменә лайыҡ булған.
- Бәләкәй саҡтан бөтә Ер шарын урап сыҡҡым, ҙур-ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, үҙемде күрһәткем килә ине, – ти Дилә. – Шул уҡ ваҡытта өйҙә генә балалар менән ултырырға, уларға өлгөлө әсәй булғым килә ине. Минең хыялдарым бер-береһенә ҡапма-ҡаршы. Ниңә улай икәнен үҙем дә аңлап етмәйем. Шулай ҙа тормош маҡсатым – уҡыуымды яҡшы тамамлап, татыу ғаилә ҡороу.
Дилә бейергә ярата. Өлгөлө “Ялҡын” ансамблендә сығыш яһаған, хәҙер ҙә яратҡан шөғөлөнән айырылмай.
“Интернет гүзәле”
Сөмбөл ЛОҠМАНОВА
Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһе – Әбйәлил районының Исхаҡ ауылында донъяға килгән. Тәүҙә – ауылдағы башланғыс мәктәптә, унан күрше Буранғол ауылында белем алып, Сөмбөл баш ҡалала, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыған.
– Гимназия мине үҙаллылыҡҡа, маҡсатлылыҡҡа, үҙ-үҙемә талапсан булырға өйрәтте, – ти ул. – Ваҡытымды дөрөҫ бүлгәнгә яҡшы өлгәшергә лә, “Аҡйондоҙ” бейеү түңәрәгендә шөғөлләнергә лә, бөтә йәмәғәт эшендә йөҙөп йөрөп ҡатнашырға ла өлгөрҙөм.
Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә Ломоносов исемендәге нескә химик технологиялар университетының икенсе курсында белем алам. Бындағы “Алтын ай” бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, "Йәсмин" гүзәллек студияһында шөғөлләнәм, Мәскәүҙәге башҡорт йәштәре ойошторған сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалмаҫҡа тырышам, – ти ул.
Ҡыҙ ваҡыты булғанда төрлө мода агентлығы менән хеҙмәттәшлек итергә лә өлгөрә. Үҙ-үҙен үҫтереү өҫтөндә эшләй - “Рәсәй студенты – 2016” форумында ҡатнашҡан, “Мәскәү һылыуҡайы - 2017” гүзәллек бәйгеһендә беренсе урынды яулаған. Сәйәхәт итергә, төрлө ил, яңы урындарҙы күрергә ярата.
Сөмбөл үҙен киләсәктә химик технологиялар өлкәһендә яҡшы белгес сифатында күргеһе килә. Шул уҡ ваҡытта бейеүҙе лә ташларға йыйынмай.