«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Алина ӘБҮЗӘРОВА.



08.12.2017 Алина ӘБҮЗӘРОВА.

Алина ӘБҮЗӘРОВА.
1993 йылдың 10 авгусында Ғафури районының Ташаҫты ауылында тыуғанмын.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультеты магистратураһында белем алам.
Мин үҙемде донъяға ғашиҡ ҡыҙ тип һанайым. Һәр атҡан таңға ҡыуанам, йылдың һәр миҙгелен яратам. Тәбиғәт балаһымын, әле ҡалала йәшәһәм дә, тыуған ауылыма ҡайтып, йәшәргә дәрт, илһам алып киләм. Күңелем тулһа, шиғыр ҙа яҙам, тип уларҙы бер кемгә лә күрһәткәнем юҡ.
Гәзит уҡыусыларға Аллаһы Тәғәлә биргән ошондай йәмле тормоштоң һәр көнөн яратып, һәр минутын файҙалы үткәреүҙәрен, рәхмәтле булып йәшәүҙәрен теләйем!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға