«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » ГӨЛДӘР РАХМАНҒОЛОВА.



27.11.2017 ГӨЛДӘР РАХМАНҒОЛОВА.

ГӨЛДӘР РАХМАНҒОЛОВА.
“Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...”
Мәшһүр Рәмиебеҙҙең был шиғри юлдары минең ҡыҙым – Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе Гөлдәр Рахманғоловаға ҡарата әйтелгән кеүек.
Балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә ул ҙур аҡ бантиктар тағып, ҡупшы күлдәк, туфлиҙар кейеп, осраған кешеләрҙән ҡысҡырып һаулыҡ һорашып, йырлай-йырлай ҡайта торғайны. Инәй, олатайҙары уға: “Аҡыллы, тәүфиҡлы ғына бала булып үҫ”, – тиер ине. Ҡыҙым уларҙың һүҙен иҫендә тотоп үҫте. Мәктәптә яҡшы уҡыны, төрлө сарала, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашты, йыр буйынса конкурстар­ҙа урындар ала торғайны. Уҡытыусылар ҙа көләкәс, аралашыусан, үткер ҡыҙға һәр саҡ уңыш юлдаш булыуына, алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешәсәгенә, теләгән һөнәренә эйә булырына һис шикләнмәне.
Гөлдәрҙә башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған тыйнаҡлыҡ та, күркәмлек тә бар. Оҙон сәстәрен икегә үреп, йылмайып ебәрһә, сикәһендәге соҡорҙары уны тағы ла матурайта.
Әле ҡыҙым Сибай медицина колледжында уҡый. Йәмәғәт тормошонда ла һынатмай, йыр-бейеүгә оҫта Гөлдәр мәҙәни сараларҙың урта­һында ҡайнай.
Баҫҡан ерендә ялҡын уйнатҡан, һәр кемгә ихлас йылмайыуын йәлләмәгән, бәләкәстән табип булырға хыялланған ҡыҙымдың кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалай алырына иманым камил.

Әсәһе Сәүиә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға