«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Сәлимә ӘХМӘРОВА.



20.11.2017 Сәлимә ӘХМӘРОВА.

Сәлимә ӘХМӘРОВА. Үҫәргән һылыуымын, йәмле Ейәнсура районында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се класында белем алам.
Бәләкәй саҡтан йыр-бейеүгә ғашиҡмын. Гимназиябыҙҙың "Аҡсарлаҡ" бейеү ансамблендә сығыш яһайым.
Кешенең ҡиәфәте генә түгел, ә эске донъяһы ла матур булырға тейеш. Шуға күрә бөтә яҡлап үҫешергә тырышам. Ки­тап уҡыу, фотоға төшөрөү, ҡул эштәре менән булышыу, аш-һыу бе­шереү яратҡан шөғөл­дәремә әүерелде. "Көйөргәҙе һылыуҡайы – 2016" район гүзәллек конкурсында 1-се урын яулау мине ҡанатландырҙы, яңы мөмкинлектәр асты.
Киләсәккә хыялым – матур ғаилә ҡороу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға