«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.



23.10.2017 Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.

Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.“Хаталар ҙа булыр тормошоңда, тик тормошоң хата булмаһын!”
Бөйөк шағир Рәми Ғариповтың был һүҙҙәре тормош девизыма әүерелгән. Миңә 21 йәш. Йәмле Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуғанмын. БДУ-ның Бөрө филиалында 5-се курста белем алам. Шулай уҡ вуздың өҫтәмә белем биреү бүлегендә туризм эшмәкәрлеге һөнәрен үҙләштерәм.
Бала саҡтан шиғырҙар ижад итәм, китап уҡырға яратам, ғөмүмән, әҙәбиәткә мөкиббән ғашиҡмын. Мәктәп йылдарында әүҙем яҙышҡаным өсөн “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе” исеменә лайыҡ булдым. Яратҡан гәзитемә һөнәр һайлағанда этәргес көс булғаны өсөн ҙур рәхмәт. Ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашам, тормош уртаһында ҡайнап йәшәргә тырышам.
Хәҙерге ваҡытта мине бигерәк тә тел мәсьәләһе борсой. Халҡыбыҙға: “Ғәзиз телебеҙҙе һаҡлайыҡ, рухыбыҙға саң ҡундырмайыҡ”, – тип әйткем килә. Ярты юлда туҡтап ҡалмаған, маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр минең өсөн һәр саҡ өлгө булып тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға