«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Розалина ИБРАҺИМОВА.



18.10.2017 Розалина ИБРАҺИМОВА.

Розалина ИБРАҺИМОВА.Көйөргәҙе районының йәмле Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫтем. Бәләкәй саҡтан башҡортса әкиәттәр уҡырға, йырҙар тыңларға, бейергә яраттым. Милли рухта тәрбиәләгәндәре өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен.
Әлеге көндә миңә 16 йәш. Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы класында белем алам. Ғилми эҙләнеү эштәрендә һәм олимпиадаларҙа ҡатнашам, шуның өсөн яңыраҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы “Артек” лагерына ял итеүгә юллама бүләк иттеләр.
Гимназияның “Аҡсарлаҡ” ансамблендә бейейем, ҡыҙҙар командаһында волейбол уйнайым. Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһының “Юшатыр” гәзитенә яҙышам, унда шиғыр-мәҡәләләрем сығып тора. Быйыл район кимәлендә үткән “Һылыуҡай” конкурсында гран-при яуланым.
Киләсәктә үҙ халҡыма, республикама кәрәкле кеше булырға, матур ғаилә ҡорорға хыялланам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға