06.10.2017 Ләйсән Әбүзәрова.
Фотоһүрәттәге һылыу – Ғафури районының Ташаҫты ауылы ҡыҙы. Бала сағын сылтырап аҡҡан Еҙем буйҙарында үткәргән.
Ләйсән тәбиғәткә ғашиҡ, уны һаҡлау һәм яҡлау өсөн барыһын да эшләй. Бәләкәйҙән дуҫ-иптәштәрен йыйып, һыу буйҙарын, урман-ҡырҙарҙы сүп-сарҙан таҙартырға алып сыҡҡан. Был изге эште әле булһа ла дауам итә. «Тәбиғәт – ул беҙҙең икенсе йортобоҙ, күңел көҙгөбөҙ. Һин уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булһаң, ул да һиңә шулай яуап ҡайтара», – ти Ләйсән.
Изге йөрәкле, кешелекле, күңелендә кер йөрөтмәгән ҡыҙ һәр яҡлап та камил. Әле Ләйсән, әсәһенән күреп, дин менән ҡыҙыҡһына, хәҙистәр ятлай.
Буласаҡ һөнәрен дә кешегә ярҙам итеү, изгелек ҡылыу маҡсаты менән һайлаған. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина колледжының 2-се курсында белем ала.
Алина ӘБҮЗӘРОВА.