«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Гөлфинә ӘМИНЕВА



21.08.2017 Гөлфинә ӘМИНЕВА

Гөлфинә ӘМИНЕВА26 йыл элек Магнитогорск ҡалаһында тыуғанмын, шунда үҫкәнмен. Үҙемде барыбер Әбйәлил ҡыҙы итеп хис итәм, сөнки атай-әсәйемдең сығышы шунан.
Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск дәүләт университетында документовед һөнәрен алдым, аҙаҡ техник университеттың юриспруденция бүлеген тамамланым. Тормошта төрлө хәл була, кәрәге тейер әле тип, массажсы, медицина шәфҡәт туташы курстарын тамамланым. Ысынлап та, алған белемемдең кәрәге тейеп кенә тора.
Интернет заманы булғас, өйҙә лә, эштә лә компьютер артында күп ултырырға тура килә, арыуҙы баҫыр өсөн көнсығыш бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Иң яратҡан шөғөлөм – фото төшөрөү һәм сәйәхәт итеү, тәбиғәттең матурлығын күрә белеү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға