«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»



13.06.2017 Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»

Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»Сөмбөл Вәли ҡыҙы Лоҡманова булам. Миңә 18 йәш, Башҡортостандың иң матур төбәгендә – хозур тәбиғәтле Әбйәлил районында тыуып үҫкәнмен.
Бәләкәй сағымдан йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡмын. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға ингәс тә, “Аҡйондоҙ” бейеү ансамблендә сығыш яһаным. Гимназия мине ҡыйыулыҡҡа, үҙ маҡсатыма ирешергә, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтан ҡурҡмаҫҡа өйрәтте.
Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә М. Ломоносов исемендәге нескә химик технологиялар институтының беренсе курсында уҡыйым. “Йәсмин” гүзәллек һәм матурлыҡ студияһында, “Алтын ай” башҡорт бейеү ансамблендә сығыш яһайым. “Рәсәй студенты – 2016” халыҡ-ара форумында һәм “Мәскәү һылыуҡайы – 2017” гүзәллек конкурсында үҙ көсөмдө һынап ҡараным.
Тыуған еремдән алыҫта булһам да, бала сағымдан ҡаныма һеңгән саф башҡорт рухын илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә лә юғалтмаҫҡа тырышам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға