«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » “Донъяла тыныслыҡ булһын!”



22.05.2017 “Донъяла тыныслыҡ булһын!”

“Донъяла  тыныслыҡ  булһын!”
Хәбирә Рим ҡыҙы Әхмәрова булам. Тормош девизым:
"Тыуған ерем – тормош сәскәһе. Мин шул сәскәнең наҙлы бер тажы".
Муйыл аҡ сәскәләргә төрөнөп, тәбиғәт йәшәргән мәлдә, йылғалар шашып ярҙарынан ташҡанда Баймаҡ районының йәмле Темәс ауылында донъяға килгәнмен. Сибай медицина колледжында белем алам. Яҙмышымды медицина өлкәһе менән бәйләргә йыйынам.
Тормош гүзәл һәм йәмле, ҡәҙерҙәрен бел генә. Бының өсөн тик тырышлыҡ, һаулыҡ, тыуған илде яратыу, атай-әсәйеңде ҡайғыртыу, дуҫтар менән аралашыу һәм иң мөһиме – донъяла тыныслыҡ булыуы шарт, тип иҫәпләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға