17.05.2017 Ул ярата бөтә кешелекте...
“Йәшлек” гәзитен уҡыусыларҙы әхирәтем, Йылайыр районының Балапан ауылы ҡыҙы Регина Мостахитдинова менән таныштырғым килә. Регина, Башҡорт дәүләт аграр университетында дүрт йыл уҡып, диплом алғандан һуң артабан белемен камиллаштырыу өсөн Башҡорт дәүләт университетына килә. Уның менән нәҡ ошо уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә таныштыҡ та инде.
Әхирәтем башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас тыйнаҡлығы, әҙәпле булыуы, эскерһеҙлеге менән матур ҙа, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ғорур ҙа. Һис кемде бер ҡасан да ярҙамынан айырмаҫ, ололарға кеселекле, кеселәргә ололоҡло була белә. Өйөндәге ике һеңлеһе һәм өс ҡустыһына ышаныслы, таянырлыҡ апай ҙа ул Регина. Һәм: “Бөтә кешелекте ярата ул, кешеләр ҙә уны яратһын”, – тип тамамлағым килә.
Әлмира КАШАПОВА.
Әлшәй районы.