«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Әлмира КАШАПОВА: “Һәр бер көн ҡәҙерле...”



21.04.2017 Әлмира КАШАПОВА: “Һәр бер көн ҡәҙерле...”

Әлмира КАШАПОВА:  “Һәр бер көн  ҡәҙерле...”
Минең тормош девизым шулай. Һәр атҡан таңым өсөн Аллаға рәхмәт әйтәм дә, бөгөн мин бәхетле, тип яңы килгән көнөмдө башлайым.
Әлмира Кашапова булам. Әлшәй районының Дим ҡуйынына һыйынып ултырған Себенле ауылында тыуып үҫтем. Атайымдан ҡыйыулыҡ алып, әсәйемдән сабырлыҡ йыйып, инде буй ҙа еткергәнмен.
Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты магистрантымын. Шул уҡ ваҡытта Өфө медицина колледжында уҡып йөрөйөм.
Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулындалыр ул. Шағир әйтмешләй: "Еңел килгән бәхет – бәхет түгел, эҙләп тапҡан бәхет ҡәҙерле!" Һәм мин тормошта бәхетемде, ғөмүмән, үҙемде, үҙ урынымды табырыма ышанам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға