07.10.2016 Залина МЫРҘАҒОЛОВА: “Сәйәхәт итергә, йырларға яратам”
Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 4-се курста белем алам. Инглиз, ғәрәп телдәрен, Башҡортостаныбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнәм.
Бәләкәйҙән сәйәхәт итергә яратам. Юлда китеп барғанда, атай-әсәйем мине гел йырлата торғайны. Шунда ла, бәлки, йырға һөйөү тыуғандыр ҙа, тауышым да шул ваҡытта асылғандыр, тип уйлайым.
Әлеге ваҡытта төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнашам, бер нисәүһенә үҙем дә башланғыс бирҙем.
Киләсәктә Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерермен тип ышанам.