«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Юлиә Ейәнбаева: “Киләсәктә ғәҙеллек һағында торорға теләйем”



09.09.2016 Юлиә Ейәнбаева: “Киләсәктә ғәҙеллек һағында торорға теләйем”

Юлиә Ейәнбаева:  “Киләсәктә ғәҙеллек һағында торорға теләйем”Һүрәттәге һылыуҡайҙың исеме Юлиә Ейәнбаева. Өфө ҡалаһы ҡыҙы, 1996 йылдың 9 сентябрендә тыуған. Әле Башҡорт дәүләт университетының юридик колледжында уҡый.
– ғәҙелһеҙлекте енем һөймәй, – ти ҡыҙ үҙе тураһында. – Киләсәктә хоҡуҡ һәм юриспруденция өлкәһендә эшләргә теләйем. Буш ваҡытта бейейем, мотоциклда йөрөргә яратам, китап уҡыйым, психология фәнен өйрәнәм. Кешеләрҙе үтәнән-үтә ҡарай, улар тураһында һөйләп бирә алам.
Сая ла, матур ҙа һылыуҡайға тик уңыштар ғына теләйбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға