02.09.2016 Илүзә ВАХИТОВА: “Хыялдарымдың тормошҡа ашыуын теләйем!”
Илүзә Рәлиф ҡыҙы Вахитова булам. Данлыҡлы Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында 1998 йылдын 21 ноябрендә донъяға килгәнмен.
Тыуған ауылымда башланғыс белем алғас, Р. Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһына уҡырға барҙым. Төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, мәктәп, район кимәлендә призлы урындар яулауға өлгәштем. Былтыр “Йәшлек”тә иғлан ителгән Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста ҡатнаштым. Гәзит биттәрендә мәҡәләмде күреүгә, лайыҡлы урын алыуға бик шатландым.
Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы билдәләргә тапшырып, мәктәпте тамамланым. Хәҙер Башҡорт дәүләт университетында уҡыйым, буласаҡ һөнәрем – филолог.
Йырларға яратам. Шулай уҡ буш ваҡытта бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәре менән мауығам.
Киләсәктә юғары белем алып, уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтеүҙе – бала саҡтан килгән хыялымды тормошҡа ашырырға теләйем.
Шуның менән бер рәттән, “Гәлсәр һандуғас” фестивалендә йәки унан да юғарыраҡ кимәлдәге йыр конкурстарында ҡатнашҡым килә. Был теләктәрем, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр тип уйлайым!