«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Рәғинә САФИНА: “Һәр ваҡыт бейеккә ынтыл!”



29.08.2016 Рәғинә САФИНА: “Һәр ваҡыт бейеккә ынтыл!”

Рәғинә САФИНА: “Һәр ваҡыт бейеккә ынтыл!”
1995 йылда Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Мәктәптә уҡыған мәлдә “Гүзәллек мәктәбе” төркөмөндә әүҙем ҡатнаштым, ярыштар ҙа төрлө урын алғаным булды. “Йәнгиҙәкәй” бейеү ансамблендә шөғөлләнәм. Буш ваҡытымда сигеү сигергә яратам, әле тегенселек эше менән ҡыҙыҡһынам, күлдәк тегергә өйрәнәм.

Быйыл БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамланым. Әлеге мәлдә диктор һөнәре серҙәрен өйрәнәм. Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, һәр эшеңде намыҫ һәм яуаплылыҡ менән башҡарһаң, барыһын да еңеп сығып була.
Иң ҙур хыялым – киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балаларыма яҡшы тәрбиә биреү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға