16.07.2016 Вәсилә Ҡасимова: “Мин тормошто яратам!”
Миңә 20 йәш. Салауат районының Ҡарағол ауылында тыуып үҫтем. Өфөләге Советтар Союзы Геройы С. Бикеев исемендәге һөнәри колледжды тамамланым һәм хәҙер администратор булып эшләйем.
Кешеләр менән аралашырға яратам, тормошҡа маҡсат ҡуйып йәшәргә тырышам. Бала саҡтан бейеүҙе үҙ иттем, хәҙер ҙә уны туҡтатмайым. Буш ваҡытымды шулай үҙ-үҙемде үҫтереү һәм өҫтәмә белем алыуға арнайым, фото эше менән ҡыҙыҡһынам. Көн дә аш-һыу әҙерләйем, яңы рецепттарҙы һынайым, Европа кухняһы ныҡ оҡшай.
Кистәрен спорт менән шөғөлләнәм.
Тормошомда миңә оҡшаған күренештәр күп, шуға ла “Мин бәхетлемен!” тип ҡыйыу әйтә алам.