24.06.2016 Әлфиә КИЛДЕЙӘРОВА: “Үҙемде төрлө яҡтан һынайым”
Сығышым менән Ейәнсура еренәнмен. Әле Мәскәү дәүләт авиация институты милли-тикшеренеү университетының өсөнсө курсын тамамланым.
Мин бик күркәм һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләндем: атай-әсәйем, ике апайым һәм ҡустым бар. Атайымдан – түҙемлек, тырышлыҡ, рухи байлыҡ, ә әсәйемдән күңел матурлығы һәм зирәклек алдым. Әсәйем гел: “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар”, – тип әйтә. Шуға ла, ғүмер юлымда ниндәй генә хәлгә осраһам да, был хаҡ һүҙҙәрҙе иҫемдә тотам.
Бала саҡтан уҡ башҡорт бейеүҙәренә ғашиҡмын. Беренсе курстан Нәзир Байегетов етәкселегендәге “Алтынай” бейеү ансамблендә шөғөлләнәм.
“Мәскәү һылыуҡайы – 2014” матурлыҡ бәйгеһендә гран-при яулап, Өфөлә “Һылыуҡай” конкурсында үҙемде һынап, Мәскәү башҡорттары исеменән сығыш яһаным. Яңыраҡ асылған “Йәсмин” камиллыҡ һәм матурлыҡ студияһында хореография һәм башҡорт бейеүҙәре түңәрәгендә уҡытыусы булып та йөрөйөм.
Мәскәү студенттары ассоциацияһы эшендә әүҙем ҡатнашам, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам итәм.
Минеңсә, кеше бер ҡасан да бер урында туҡтап ҡалып, бер өлкәгә өҫтөнлөк бирергә тейеш түгел. Ул, киреһенсә, үҙен төрлө яҡтан асып, үҫешергә һәм алға барырға тейеш.