«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » “Киләсәгем өмөтлө”



20.05.2016 “Киләсәгем өмөтлө”

“Киләсәгем өмөтлө”Мин, Луиза Йәналина, 1997 йылдың 29 июнендә Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуғанмын.
9-сы класҡа тиклем ауылыбыҙ мәктәбенда уҡыным, аҙаҡ Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында белем алдым.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының Хоҡуҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге факультетының 1-се курсында уҡыйым.
Беренсе кластан уҡ ауылдағы "Еҙ үксә" бейеү ансамбленә йөрөнөм. Өҫтәл теннисын яратам, уның буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулағаным бар. Буш ваҡытта бәйләйем, сигәм, гитарала уйнайым, өйҙә яңғыҙ булғанда йырлайым.
Киләсәктәге хыялым – яҡшы уҡыр­ға, полицияла эшләргә һәм, әлбиттә, һәр ҡыҙ хыялланғанса, матур ғаилә ҡорорға, тәүфиҡлы балалар үҫтерергә теләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға