«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Роза Ишбулатова: “Һәр ваҡыт алға!” – тип йәшәйем



10.05.2016 Роза Ишбулатова: “Һәр ваҡыт алға!” – тип йәшәйем

Роза Ишбулатова: “Һәр ваҡыт алға!” – тип йәшәйемРоза Урал ҡыҙы Ишбулатова булам. Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Байназар ауылында 1999 йылдың алтын көҙөндә донъяға килгәнмен.
Әлеге ваҡытта ауылыбыҙҙағы мәктәптең 10-cы класында белем алам. Киләсәктә табип булырға теләйем. Һаулыҡтары ҡаҡшаған кешеләргә ярҙам итеү – иң ҙур хыялым.
Алты йәштән «Азамат» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнәм. Район, республика кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап торам. Былтыр «Яҙ гүзәле – 2015» район конкурсында гран-при алһам, быйыл «Йыл уҡыусыһы – 2016» тигән исемгә лайыҡ булдым.
«Һәр ваҡыт алға!» тигән тормош девизы менән йәшәйем. Ысынлап та, алға ынтылһаң, тырышһаң, юлда осраған барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп, үҙ маҡсатыңа ирешәһең.

Зиннур Боҫҡонов фотоһы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға