15.01.2016
Бәхетле булырға хыялланам!
Нәзифә Ғәлимйән ҡыҙы Усманова булам. Баймаҡ районының таланттар төйәге һаналған Сыңғыҙ ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә барлығы алты бала үҫәбеҙ, мин берҙән-бер бөртөк ҡыҙмын.
Әле 17 йәштәмен, Сибай ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледждың икенсе курсында уҡыйым. Буласаҡ һөнәрем – рәссам-оҫта.
Буш ваҡытта фотография менән шөғөлләнәм. Матур ерҙәрҙе, кешеләрҙе фотоға төшөрәм.
Киләсәктә уҡыуҙы яҡшы тамамлап, һөнәрем буйынса эшләргә теләйем. Әлбиттә, был тормошта бәхетле булырға теләгем көслө. Һис шикһеҙ, хыялдарым тормошҡа ашасаҡ!
2016 йылда конкурста ҡатнашырға теләүсе ҡыҙҙар!
Үҙегеҙ тураһында матур итеп яҙығыҙ. Уй-хыял, тормош маҡсатығыҙ менән таныштырып үтеү кәрәк. Ҡайҙа тыуып үҫкәнһегеҙ, белем алаһығыҙ, яратҡан шөғөл, хыялдар – быларҙың барыһы ла беҙҙе ҡыҙыҡһындыра. Тик был мәғлүмәттәрҙе бик ҙур итмәй, ыҡсым итеп бирергә кәрәк.
Фотоға килгәндә, сифатлылары ғына ҡабул ителә. Ауыҙ ослайтып, үҙеңде телефон камераһына төшөргән селфи фотолары ла бармай. Күмәкләп төшкән, унан ҡырҡып алырҙар әле, тигән кеүегерәк төшөрөлгән һүрәттәр ҙә ҡабул ителмәй. Был мәсьәләгә яуаплы ҡарау талап ителә. Иң яҡшыһы – ҡояш яҡтыһында тәбиғәттә фотоға төшөү.
Әйткәндәй, конкурста ҡатнашырға теләһәгеҙ, “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр яҙыу мөмкинлеге (асыҡ “личка”) булдырығыҙ. Фотоһүрәтле альбомдарҙы асыҡ, беҙ ҡарай алырлыҡ итегеҙ. Һөйгәндәрегеҙгә, дуҫ егеттәрегеҙгә “Йәшлек” гүзәле” ярышында ҡатнашыуығыҙ тураһында алдан әйтегеҙ. Ни өсөн тигәндә, ошоға бәйле үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ, һүҙ көрәштереү осраҡтары, хатта әрләшеү-янауҙар ҙа булып алды. Ундай егеттәр “ҡара исемлек”кә оҙатылды, ҡыҙҙары ла шул хәлгә дусар ителде.