«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Башҡорт ҡыҙы, һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер!



08.01.2016 Башҡорт ҡыҙы, һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер!

“Йәшлек” гүзәле – 2015” конкурсы тамамланды.

Башҡорт ҡыҙы,  һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер! Башҡорт ҡыҙы,  һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер! Башҡорт ҡыҙы,  һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер! Йыл һайын декабрь аҙағында гәзитебеҙ бик яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта күңелгә ятҡан эш менән мәшғүл. Ул – йыл буйы барылған “Йәшлек” гүзәле” матурлыҡ бәйгеһен йомғаҡлау.
2015 йылда йәмғеһе 32 ҡыҙҙың фотоһүрәте гәзиттә баҫылды. Алла бирһә, конкурс быйыл да дауам итәсәк.
Матур ҡыҙҙар ярышы, ғәҙәттәгесә, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Йәшлек” гүзәле – 2015” конкурсы” төркөмөндә алып барылды. Бәйгеселәр үҙҙәренең фотоларын диуарға ҡуйҙы йәки шәхси хәбәрҙәр менән ебәрҙе.
Ярыш булғас, еңеүсе-еңелеүсеһе лә бар. Номинанттарҙы һайлау еңел түгел – бөтә ҡыҙҙар ҙа матур, һылыу­лыҡтарына иҫ китерлек. Яҡындан аралаша башлаһаң, ҡыйыулыҡтары, күңел сафлығы, киләсәккә маҡсат ҡороп йәшәүҙәре асыҡлана. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашып, башҡорт рухы менән һуғарылып, шул уҡ мәлдә сәләмәт йәшәүҙе лә беҙҙең гүзәлдәр үҙ итә. Спорт яратып, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта булып, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңгәндәре лә бар.
Башҡорт ҡыҙы,  һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер! Башҡорт ҡыҙы,  һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер! Еңеүселәрҙе редакция коллективы һайланы. “Бәйләнештә” “Йәшлек” гүзәле – 2015” конкурсы” төркөмөндә үткәрелгән тауыш биреүҙә лидерлыҡта булған ике Әбйәлил ҡыҙы бер-береһенән уҙҙырманы. Тиңһеҙ “алыш” “ничья” менән тамамланды – Ләйсән ЕНИКЕЕВА интернетта тауыш биреүҙә еңеү яулаһа, Миңлегөл ТӨЛКӨБАЕВА иһә редакция комиссияһы тарафынан “Мисс нәзәкәтлек” исемен алыуға өлгәште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға