«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!



20.11.2015 Булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!

Булдыра  алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!Гөлдәр Ғаяз ҡыҙы Ғиззәтуллина булам. Данлыҡлы генерал Шайморатовтың төйәге – Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫтем.
Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алам. Буласаҡ һөнәрем – хәрби психолог. Атайым – хәрби, әсәйем психолог булғанға ла ошо һөнәрҙе һайларға булдым.
Ете йәштән бейеү менән шөғөлләнәм. Фотоға төшөрөргә, төрлө тәмлекәс бешерергә яратам, Рәсәй тарихы менән ҡыҙыҡһынам.
Киләсәктә университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, эске эштәр органдарына эшкә инергә теләйем.
"Булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!" тигән тормош девизы буйынса йәшәйем. Ысынлап та, тырышһаң, ҙур теләгең булһа, барыһы ла килеп сығасаҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға