«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Сая ла, һәүәҫкәр ҙә, зирәк тә, һылыу ҙа



13.11.2015 Сая ла, һәүәҫкәр ҙә, зирәк тә, һылыу ҙа

Сая ла,  һәүәҫкәр ҙә,  зирәк тә, һылыу ҙаКүҙҙәренән нур һирпелеп торған был ҡыҙ Миңлегөл Төлкөбаева була. Ул 1995 йылдың 9 ноябрендә Әбйәлил районының Салауат ауылында донъяға килгән.
Миңлегөл әлеге көндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының өсөнсө курсында белем ала. Һылыу ҡыҙ ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай, вузда һәм башҡа ерҙә үткәрелгән сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша. Факультеттың ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, оҫта бейеүсе, Башҡортостанда билдәле “Һомай” дефиле театрында ла үҙен күрһәтеп өлгөрә. Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән бейеү конкурсында, ШОС илдәренең студент яҙында ҡатнашыуы менән Миңлегөл хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, был мәҡәл тап Миңлегөл кеүек сая, һәүәҫкәр, зирәк, һылыу ҡыҙҙар хаҡында.

Айгүзәл ЮЛАНОВА,
БДПУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға