22.10.2015 Айһылыу ҒӘБДЕЛХАҠОВА: “Өфө ҡалаһында тыуып үҫеүем менән гел ғорурланам”
Һүрәттәге ҡыҙҙың исеме – Айһылыу Фәхрази ҡыҙы Ғәбделхаҡова. Ул 1996 йылдың мартында баш ҡалабыҙҙа донъяға килгән. Дуҫтарын яратҡан, уларға тоғро булған, туған-тыумасаһын хөрмәт иткән ҡыҙ “Өфө ҡалаһында тыуып үҫеүем, әле лә йәшәүем менән гел ғорурланам”, – ти үҙенең тураһында.
Айһылыуҙың иң яратҡан шөғөлө – волейбол уйыны. Бала сағынан бирле был спорт төрөн үҙ иткән ҡыҙҙың күп кенә еңеүе бар. Бынан тыш, ул аш-һыу әҙерләргә лә ярата. Айһылыу был хыял-шөғөлөн тормошҡа ашырған – 136-сы һөнәри лицейҙа ашнаҡсыға уҡып, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһының бер ресторанында эшләй. Киләсәктә ошо өлкәлә үҫешергә, хатта үҙенең ресторанын асырға теләге бар.
Һылыуҡайҙар! Башҡорт ҡыҙҙары тыйнаҡ була тиһәләр ҙә, “Бәйләнештә” селтәрендә “Йәшлек” гүзәле – 2015” конкурсы” төркөмөнә үҙегеҙ тураһында яҙып, фотолар ебәрергә оялмағыҙ. Һеҙҙең турала бар республикала, күрше өлкәләрҙә, хатта төрлө илдәрҙә ҙә беләсәктәр. Адресы – https:// vk.com/ye02guzel
Шулай уҡ “Бәйләнештә” селтәрендә https: //vk.com/yeshlek_gazite адресы буйынса гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите проекты” исемле рәсми төркөмө эшләп килә. Унда фәһемле яҙмаларҙы байҡарға, тормоштан алынған фотоларҙы ҡарарға, республика буйынса яңылыҡтарҙы белергә, аралашырға мөмкин.