16.10.2015 Ләйсән ШАКИРОВА: “Ярҙамсыл, мәрхәмәтле булырға тырышам”
Ләйсән Ильвир ҡыҙы Шакирова булам. 1995 йылдың 21 сентябрендә Нуриман районының йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Ҡыҙылъяр ауылында тыуҙым.
Әлеге ваҡытта БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алам.
Үҙемде әҙәбиәткә, айырыуса шиғриәткә ғашиҡ кеше тип иҫәпләйем. Китап уҡырға яратам, үҙем дә башҡортса һәм русса шиғырҙар яҙам. Шиғри конкурстарҙа ҡатнашам, ижад емештәремде коллектив йыйынтыҡтарҙа баҫтырам. Инглиз, төрөк телдәрен өйрәнәм, шулай уҡ театр-студияла шөғөлләнәм.
Иң хыялланғаным – киләсәктә билдәле тел белгесе булып, әсәйемдең йөрәгендә миңә ҡарата ҙур ғорурлыҡ тыуҙырыу. Минеңсә, һәр кемдең төп бурысы – кеше тигән исемде аҡлау. Һәр ваҡыт ярҙамсыл, мәрхәмәтле булып ҡалырға тырышам.