«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Бөрйән ҡыҙы булыуым менән ғорурланам



01.10.2015 Бөрйән ҡыҙы булыуым менән ғорурланам

Таш ҡаялар сыңлап китә
төҫлө,
Күңелемдә хистәр
тирбәлә,
Сит ерҙәрҙә, башҡа
өлкәләрҙә,
Һин бит Бөрйән ҡыҙы,
тиһәләр.


Бөрйән ҡыҙы булыуым менән ғорурланамИсемем – Нурзилә Ғәбит ҡыҙы Усманова. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында тыуғанмын. Әлеге мәлдә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында башҡорт-сит телдәр бүлегендә белем алам. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмайым. Бәләкәйҙән әҙәбиәткә, сәнғәткә ғашиҡмын. Донъяға булған ҡарашымды, уй-хистәремде шиғри юлдарға һалам, гәзит- журналдарға даими яҙышып торам. “Шоңҡар” әҙәби берекмәһендә шө­ғөл­ләнәм. Ғәбиҙулла За­рипов исемендәге премия лауреатымын. Киләсәккә тормошҡа ашыраһы хыял­дарым бик күп, сит телдәрҙе өйрәнеп, күренекле журналист булырға теләйем. Ә шулай ҙа иң мөһиме – татыу ғаилә ҡороп, бәхетле әсә булыу. Тор­мошта “Барыһын да яҡ­шыға юра” тигән девиз менән йәшәйем. Атай-әсәйем, яҡындарым, дуҫтарым, ғөмүмән, ер йөҙөндәге һәр кем имен-һау, бәхетле йәшәһен ине!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға