«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Мин – башҡорт ҡыҙы!



11.09.2015 Мин – башҡорт ҡыҙы!

Мин –  башҡорт  ҡыҙы!Мин Азалия Вәли ҡыҙы Фазылова булам. Быйыл Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының вокал бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлап, сәнғәт академияһына уҡырға индем. Киләсәктә билдәле опера йырсыһы булып китеремә ышанам һәм шуға ынтылам. Шулай уҡ башҡорт моңон төрлө илдә яңғыратыр инем. Халҡымдың йырҙары үҙенсәлекле, башҡа бер милләт тә ундай хазина менән маҡтана алмаҫ.
Өфөлә тыуып үҫһәм дә ғаиләмдәге тәрбиә, мәктәптәге, сәнғәт училищеһындағы уҡытыусыларым ярҙамында башҡорт мәҙәниәтен, тарихын, иң мөһиме – телен белеп, яратып, ғорурланып үҫтем! Минеңсә, ниндәй генә илдең сәхнәһенә сыҡһам да үҙемде, мин – Башҡортостандан, башҡорт ҡыҙымын, тип танытасаҡмын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға