«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Мин йәшәйем – шуға бәхетлемен!



16.07.2015 Мин йәшәйем – шуға бәхетлемен!

Мин йәшәйем – шуға бәхетлемен! Луиза Миңлебаева булам. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алам. Уҡыуҙа ла һынатмайым, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашам.
Сибай телевидениеһының "Арғымаҡ" тапшырыуында алып барыусы булдым, гәзит-журналға яҙыштым. Шиғри йыйынтығым да бар.
"Һылыуҡай" студияһына ла йөрөргә өлгөрәм. Пейнтбол, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған көрәшселәр турнирҙарында ярҙамсы ла булдым.
Иң ҙур хыялым – бөтә илдәргә сәйәхәт итеп сығыу, роман яҙыу һәм күренекле журналист булыу. Иң мөһиме – татыу ғаилә ҡороп, бәхетле әсә булыу!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға