10.07.2015 Регина Миңлеғолова: «тормошомдоң иң бәхетле мәле»
Әлеге көндә бик бәхетле мәл кисерәм – Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалының V курсын тамамлап, ҡулыма диплом алдым.
Хыялым: тиҙҙән машина алып, руль артына ултырырға, икенсе юғары белем алып, полицияға эшкә барырға теләйем. Әлеге ваҡытта тыуған ауылымда – Илеш районының Түбәнге Сереккүл ауылында йәмле тәбиғәт ҡосағында ял итәм, киләсәккә матур пландар ҡорам. Барыһы ла яҡшы буласаҡ!