«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Һәр өлкәлә камил ҡыҙ



12.06.2015 Һәр өлкәлә камил ҡыҙ

Һәр өлкәлә камил ҡыҙҺеҙҙе үҙемдең әхирәтем Айгөл Ринат ҡыҙы Мөхтәрова менән таныштырырға теләйем. Ул 1996 йылдың 10 октябрендә Әбйәлил районының Рауил ауылында тыуған.
Ғаиләләге берҙән-бер ҡыҙ, тыуған ауылында туғыҙынсы класҡа тиклем белем алғандан һуң Өфө ҡалаһының иҡтисад лицей-интернатында уҡыны. Әле Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында психология һәм социаль педагогика йүнәлешендә беренсе курста белем ала.
Айгөлдө тырыш, ярҙамсыл, тынғыһыҙ күңелле тип беләбеҙ. “Ныҡлы ил нигеҙендә ныҡлы ғаилә ята”, – тигән фекерҙә ул. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысын ғаилә усағын һаҡлап, матур итеп балалар үҫтереүҙә күрә. Уның хыялы – сәйәхәт итеү һәм тормоштоң һәр минутынан, һәр мәленән сағыу төҫтәр табып йәшәү.
Уңған әхирәтебеҙ йырларға ла ярата. Ул институтта үткәрелгән “Студент яҙы – 2015” конкурсында 1-се урын яуланы. Вәхит Хызыров исемендәге йыр бәйгеһендә “Өмөт” номинацияһы еңеүсеһе. Әбйәлил районында үткәрелгән “Һылыуҡай – 2012” матурлыҡ конкурсында гран-приға лайыҡ була. Буш ваҡытын спорт менән шөғөлләнеп үткәрә.
Бөтә яҡтан өлгөр әхирәтем һәр өлкәлә камиллыҡҡа ынтыла.
Таңсулпан САФИНА.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға