23.04.2015 Туғандарымдың һәм дуҫтарымдың бәхетле ғүмер кисереүен теләйем
Мин – Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы Аҙнабаева – 1998 йылдың яҙғы ҡояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән йәмле май айының 20-се көнөндә Белорет ҡалаһында тыуғанмын. Әлеге ваҡытта Абҙаҡ ауылында йәшәйем.
Шөғөлдәрем бик күп: шиғырҙар яҙам, ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашам, йыр-бейеү менән мауығам. Бынан тыш, бер йылдан ашыу милли көрәш секцияһына йөрөйөм. Һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға яратам, сит телдәрҙе һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнәм, дуҫтарым менән аралашам.
Хыялдарымдың береһе – туғандарымдың, яҡындарымдың һәм дуҫтарымдың оҙон ғүмерле, яҡты киләсәкле, донъяның барлыҡ һөйөнөстәренә ҡыуанып, бәхетле ғүмер кисереүен теләйем.