17.04.2015 Лилиә Сәйфуллина: «Ғүмеремде лайыҡлы итеп үткәрергә теләйем
1995 йылдың 5 октябрендә хоҙур күк Ирәндек тауҙары уратып алған Баймаҡ ҡалаһында донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында сауҙа-иҡтисад колледжында белем алам. Яратҡан шөғөлөм – һүрәт төшөрөү.
Тормошта алға ҡуйған маҡсаттарға, теләктәргә ирешеп, йәшәүҙең йәмен күреп, Хоҙай тарафынан бирелгән ваҡытты лайыҡлы итеп үткәрергә теләйем. Намыҫлылыҡ, йәшәү дәрте, ғәҙел булыу – ысын кешенең иң төп сифаттары, тип уйлайым.