«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Гүзәл Тулыбаева: “Йәмәғәт тормошонда, спортта, ижадта ҡайнап йәшәйем”



10.04.2015 Гүзәл Тулыбаева: “Йәмәғәт тормошонда, спортта, ижадта ҡайнап йәшәйем”

Гүзәл Тулыбаева:   “Йәмәғәт  тормошонда, спортта, ижадта ҡайнап йәшәйем”Гүзәл Мансур ҡыҙы Ту­лыбаева булам. 1997 йылдың 30 майында донъяға килгәнмен. Сығышым Мәләүез ҡалаһынан.
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында бе­лем алам. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашам. Гимназиябыҙҙың волейбол командаһында уй­найым. "Таңсулпан" драма театрында ла шөғөлләнәм. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен тегәм: ҡашмау, елән, селтәр менән ЮНЕСКО конференцияһында 1-се урын яуланым.
Буш ваҡытымда китап уҡыр­ға, шиғыр яҙырға, саф һауала йөрөргә яратам. Тормош ораным: "Ауыр­лыҡтар гел була, уларҙан һабаҡ алырға кәрәк, шунда ғына улар ғүмер дәресе булып ҡаласаҡ".







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға