27.09.2019 Ләйсән ХАММАТОВА
1998 йылдың 16 октябрендә Асҡын районының Асҡын ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә икенсе баламын, үҙемдән 8 йәшкә оло ағайым бар.
5 йәшем тулғас, атай-әсәйемдең тыуған еренә Ҡубыяҙ ауылына күсендек. Йәмле Төй буйҙарының хозур тәбиғәте ҡосағында кинәнеп үҫтем.
Бала сағымдан уҡ башҡорт, татар, рус халыҡ бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. 10 йылдан ашыу бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. 2011 йылда Күгәрсен районында үткән "Байыҡ" бейеү конкурсында гран-при ҙа яулап ҡайттыҡ.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт-рус бүлегендә белем алам. 5-се курс студентымын.
Киләсәктә диплом алып, уҡыуымды дауам итергә һәм һөнәрем буйынса эшләргә теләйем. Үҙемдең боронғо Балыҡсы ырыуы башҡорто булыуым менән ғорурланам һәм ошо милли рухты уҡыусыларымда ла тәрбиәләргә ашҡынам.