RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

26.09.2019 Тәнзилә ТАҺИРОВА

Йәмле, йырлы Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкәнмен. Кескәй саҡтан, әсәйемә оҡшап, йырға, ижадҡа ғашиҡмын.

Тыуған ауылымдағы урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, әле Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыйым.

Ижад юлыма килгәндә, “Бәйләнештә” селтәрендә “Тамсыҡай” исемле төркөмөмдә шиғырҙарымды теркәйем. 2018 йылда “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе исемен алдым һәм шул уҡ баҫманың “Йыл һылыуы – 2017” титулына лайыҡ булдым.

Ижадҡа ғашиҡлығым тормош юлымды һайлауға ла ныҡ йоғонто яһаны. Хәҙер ҙә алдынғылыҡты бирмәй, районыма кәрәкле кеше булырға тырышам. Быйыл әхирәтем менән Өфөлә Йылайыр йәштәре берлеген ойоштороп ебәрҙек. Унда йылайырҙарҙы бергә туплап, районыбыҙҙы төрлө яҡлап күрһәтергә ынтылабыҙ.

Буш ваҡытым әҙ булһа ла, уны файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Фото төшөрөргә яратам. Тормоштоң төрлө төҫөн кадрҙарҙа мәңгеләштерәм. Шулай уҡ башҡорт гәзит-журналдарын уҡыйым, уларҙа үҙемдең дә ижад емештәрем күренеп ҡала.

Киләсәккә пландарым: башҡорт телен үҫтереүгә булышлыҡ итеү һәм үҙемде телевидение өлкәһендә һынап ҡарау.

Йәшәү девизым: ҙур хыялдарға – бәләкәй аҙымдар менән. Сөнки һәр ҙур эш бәләкәй һәм ҡыйыу аҙымдарҙан башлана.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Айгизә БОҪҠАНОВА

12.10.2019 - Йәшлек гүзәле Айгизә БОҪҠАНОВА


Ләйсән ХАММАТОВА

27.09.2019 - Йәшлек гүзәле Ләйсән ХАММАТОВА


Шәүрә НАСИРОВА

18.09.2019 - Йәшлек гүзәле Шәүрә НАСИРОВА


Алина ҠУНАФИНА

10.08.2019 - Йәшлек гүзәле Алина ҠУНАФИНА


Зөһрә ҒӘЛИЕВА

06.08.2019 - Йәшлек гүзәле Зөһрә ҒӘЛИЕВА


Регина ИСЛАМОВА

23.07.2019 - Йәшлек гүзәле Регина ИСЛАМОВА


Гөлдәр СМАҠОВА

17.07.2019 - Йәшлек гүзәле Гөлдәр СМАҠОВА


Гөлфинә КАШАПОВА

10.07.2019 - Йәшлек гүзәле Гөлфинә КАШАПОВА


Таңсулпан ҠОТЛОҒУЖИНА

26.06.2019 - Йәшлек гүзәле Таңсулпан ҠОТЛОҒУЖИНА


Гүзәл НИЗАМОВА

19.06.2019 - Йәшлек гүзәле Гүзәл НИЗАМОВА


Әдилә  МОСТАФИНА

10.06.2019 - Йәшлек гүзәле Әдилә МОСТАФИНА


Наилә ДӘҮЛӘТШИНА

29.05.2019 - Йәшлек гүзәле Наилә ДӘҮЛӘТШИНА


Лилиә Йәнгирова

22.05.2019 - Йәшлек гүзәле Лилиә Йәнгирова


Теләгем – кешелеккә изгелек нурҙары сәсеү

Эльвина МӨХӘМӘТЙӘРОВА

12.05.2019 - Йәшлек гүзәле Эльвина МӨХӘМӘТЙӘРОВА


Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА

25.04.2019 - Йәшлек гүзәле Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА


Айгизә ҒАРИПОВА

19.04.2019 - Йәшлек гүзәле Айгизә ҒАРИПОВА


Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА

07.04.2019 - Йәшлек гүзәле Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА


Айзилә ШӨҒӘЙЕПОВА

31.03.2019 - Йәшлек гүзәле Айзилә ШӨҒӘЙЕПОВА


Айгөл ЮНЫСОВА

20.03.2019 - Йәшлек гүзәле Айгөл ЮНЫСОВА


Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА

13.03.2019 - Йәшлек гүзәле Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА


Ләйсән ВӘЛИЕВА

26.02.2019 - Йәшлек гүзәле Ләйсән ВӘЛИЕВА


Нәзирә БАЙҒАБУЛОВА

21.02.2019 - Йәшлек гүзәле Нәзирә БАЙҒАБУЛОВА


Диана КИРӘЕВА

12.02.2019 - Йәшлек гүзәле Диана КИРӘЕВА