RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.07.2019 Гөлдәр СМАҠОВА

Йәмле Ауырғазы районының данлыҡлы Мораҙым ауылында 1999 йылдың 24 ноябрендә донъяға ауаз һалғанмын.

Әле Өфө медицина колледжында беренсе курста белем алам.

Яратҡан шөғөлдәрем төрлө-төрлө. Баш­­ҡорт, татар, һинд бейеүҙәрен бе­йер­гә яратам. Колледж тормошонда, район, республика кимәлендә үткән сараларҙа ҡатнашып, приз­лы урындар алып торам. “Ауырғазы һылыуы – 2016” район бәйгеһендә гран-при яуланым. “Туған тел” телеканалында “Муз-баҙар” тапшырыуын алып барҙым.

Шиғриәткә ғашиҡмын. Яҡташ шағир Рәшит Назаровтың ижады күңелемә яҡын. Спортты ла үҙ итәм. Йүгереү, баскетбол, волейбол уйындары оҡшай. Шулай уҡ бешеренергә, тәбиғәт күре­неш­тәрен фотоға төшөрөргә яратам. Бәйләм бәйләргә лә әүәҫмен – бай­рам­дарҙа, тыуған көндәрҙә яҡындарыма бүләк итеп ҡыуандырам.

Ғаиләбеҙҙә алты кеше – атайым, әсә­йем, өләсәйем һәм ике апайым. Улар минең һәр бер башланғысыма көс-ҡеүәт өҫтәп, дәртләндереп тора.
Атай-әсәй менән бергә урманда йөрөр­гә, тауҙарға менергә, сәскә, дарыу үләндәре йыйырға әүәҫмен. Улар мине тәбиғәтте һөйөргә, уға һаҡсыл ҡарарға өйрәтте.

Һәр йәш кеше кеүек, мин дә хыялдар менән йәшәйем. Уҡыуҙы уңышлы тамамлап, юғары белем алып, һайлаған һөнә­рем буйынса яҡшы белгес булғым килә.

Тормошта: “Һәр ваҡыт кешеләргә яҡты­лыҡ өләшеп, гел алға барырға!” – тип йәшәйем. Ысынлап та, гел алға ынтыл­һаң, тырышһаң, юлда осраған бар ауыр­­лыҡты еңеп, мотлаҡ үҙ маҡсатыңа ире­шәсәкһең.




Автор: А. Ишназаров
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Айгизә БОҪҠАНОВА

12.10.2019 - Йәшлек гүзәле Айгизә БОҪҠАНОВА


Ләйсән ХАММАТОВА

27.09.2019 - Йәшлек гүзәле Ләйсән ХАММАТОВА


Тәнзилә ТАҺИРОВА

26.09.2019 - Йәшлек гүзәле Тәнзилә ТАҺИРОВА


Шәүрә НАСИРОВА

18.09.2019 - Йәшлек гүзәле Шәүрә НАСИРОВА


Алина ҠУНАФИНА

10.08.2019 - Йәшлек гүзәле Алина ҠУНАФИНА


Зөһрә ҒӘЛИЕВА

06.08.2019 - Йәшлек гүзәле Зөһрә ҒӘЛИЕВА


Регина ИСЛАМОВА

23.07.2019 - Йәшлек гүзәле Регина ИСЛАМОВА


Гөлфинә КАШАПОВА

10.07.2019 - Йәшлек гүзәле Гөлфинә КАШАПОВА


Таңсулпан ҠОТЛОҒУЖИНА

26.06.2019 - Йәшлек гүзәле Таңсулпан ҠОТЛОҒУЖИНА


Гүзәл НИЗАМОВА

19.06.2019 - Йәшлек гүзәле Гүзәл НИЗАМОВА


Әдилә  МОСТАФИНА

10.06.2019 - Йәшлек гүзәле Әдилә МОСТАФИНА


Наилә ДӘҮЛӘТШИНА

29.05.2019 - Йәшлек гүзәле Наилә ДӘҮЛӘТШИНА


Лилиә Йәнгирова

22.05.2019 - Йәшлек гүзәле Лилиә Йәнгирова


Теләгем – кешелеккә изгелек нурҙары сәсеү

Эльвина МӨХӘМӘТЙӘРОВА

12.05.2019 - Йәшлек гүзәле Эльвина МӨХӘМӘТЙӘРОВА


Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА

25.04.2019 - Йәшлек гүзәле Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА


Айгизә ҒАРИПОВА

19.04.2019 - Йәшлек гүзәле Айгизә ҒАРИПОВА


Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА

07.04.2019 - Йәшлек гүзәле Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА


Айзилә ШӨҒӘЙЕПОВА

31.03.2019 - Йәшлек гүзәле Айзилә ШӨҒӘЙЕПОВА


Айгөл ЮНЫСОВА

20.03.2019 - Йәшлек гүзәле Айгөл ЮНЫСОВА


Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА

13.03.2019 - Йәшлек гүзәле Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА


Ләйсән ВӘЛИЕВА

26.02.2019 - Йәшлек гүзәле Ләйсән ВӘЛИЕВА


Нәзирә БАЙҒАБУЛОВА

21.02.2019 - Йәшлек гүзәле Нәзирә БАЙҒАБУЛОВА


Диана КИРӘЕВА

12.02.2019 - Йәшлек гүзәле Диана КИРӘЕВА