31.03.2019 Айзилә ШӨҒӘЙЕПОВА
Миңә 18 йәш. Мәләүез районының Һарыш урта мәктәбендә 11-се класта уҡыйым.
Ҡул эштәре менән булышырға әүәҫмен. Шулай уҡ маникюр, төрлө-төрлө прическа эшләргә яратам. Баскетбол ярыштарында ҡатнашам.
Хыялым – мәктәпте тамамлап, дизайнер һөнәрен үҙләштереү. Атай-әсәйемә һәм апайыма терәк булырға, матур ғаилә ҡорорға, тәртипле балалар үҫтерергә теләйем.