28.05.2018 Наҙгөл КЕЙЕКБИРҘИНА
Наҙгөл Зариф ҡыҙы Кейекбирҙина булам. 1998 йылдың 4 октябрендә Баймаҡ районының Йылым ауылында был йәмле донъяға килгәнмен.
Әле Өфө дәүләт авиация техник университетының икенсе курсында программалаусы һөнәрен үҙләштерәм. Бала саҡтан компьютер техникаһы менән ҡыҙыҡһындым һәм роботтар эшләргә хыялланып үҫтем. Уҡыуымдан буш ваҡытта төрлө ҡул эштәре менән мауығам. Был һөнәремә әсәйемә рәхмәтлемен, бөтә сабырлығын һалып, оҫталыҡҡа өйрәтте.
Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ, тәрбиәлелек өлгөһө итеп яралтҡан. Шуның өсөн дә ошо юлдан тайпылмай, илемә һәм ғаиләмә кәрәкле кеше булып йәшәү – тормош маҡсатым. “Кеше иң беренсе эше менән матур булырға тейеш” тигәнде лә онотмайым.