13.04.2018 Зәлиә ВӘЛИЕВА
Атайым менән әсәйемдең беренсе мөхәббәт емеше булып, хозур тәбиғәтле Әбйәлил районының Атауҙы ауылында донъяға килгәнмен. Бала сағым тап ошо йәмле ерҙә үтте.
Теүәл фәндәрҙе үҙ иткәнлектән, Магнитогорск дәүләт техник университетының иҡтисад бүлеген һайлап, уны уңышлы тамамланым.
Район, ҡала кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашам.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, бәйләргә, саф һауала йөрөргә яратам.
Ярты юлда туҡтап ҡалмаған, маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр минең өсөн һәр саҡ өлгө булып тора.