06.04.2018 Динара ҒӘЛЛӘМОВА
Әбйәлил районының Рауил ауылында ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға ауаз hалғанмын. Бәләкәй саҡтан йырларға, шиғыр яҙырға, спорт менән шөғөлләнергә яратам. “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеhемен.
Әле миңә 17 йәш, Өфө дәүләт сауҙа-иҡтисад колледжының икенсе курсында белем алам. Йыр түңәрәгенә йөрөйөм, төрлө сәхнәлә сығыш яhайбыҙ.
Киләсәктә үҙемде яратҡан һөнәремә арнарға теләйем. Хыялымда шулай уҡ донъя гиҙеп, илдәр күреп сәйәхәт итеү ҙә бар.