19.03.2018 Венера ҒӘЙЕТОВА
Баш ҡалабыҙ Өфөлә тыуып үҫһәм дә, бар булмышым менән үҙемде Дим буйы һылыуы тип хис итәм. Бала һәм үҫмер сағымдың иң сағыу минуттары шунда, Миәкә районының Йәнәби ауылында, үтте. Ил инәһе, тәрән аҡыллы, күпте күргән Зәйтүнә өләсәйем миңә бәләкәйҙән үк доғалар ятлатып, яҡшыны ямандан айырырға, ғәҙел, кешелекле, сабыр, намыҫлы, эшһөйәр булырға, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн ғорур тороп ҡаршы алырға өйрәтте. Әсәйем иһә ҡатын-ҡыҙҙан да көслө, шул уҡ ваҡытта яғымлы ла, тырыш та зат эйәһе юҡ икәнен күрһәтте. Ошо ике яҡын кешемә мине көслө рухлы шәхес итеп үҫтергәндәре өсөн рәхмәтлемен.
2017 йылда ӨДНТУ-ның системалы анализ һәм идара итеү бүлеген тамамланым. Әле Өфө ҡалаһында ҡәһүәханала бариста булып эшләйем. Буш ваҡытымды бейеү, аэробика, спорт менән шөғөлләнеү, китап уҡыу, рухи донъямды байытыуға бағышлайым.
Күңелем менән сәйәхәтсемен. Яңы идеялар, башланғыстар, бай йөкмәткеле китаптар, йола һәм традициялар донъяһында гиҙәм.
Көн дә иртәмде Аллаға рәхмәтемдән башлайым, атай-әсәйем, олатай-өләсәйемдәр, туғандарым, яҡындарымдың иҫән-һау булыуын, донъяның имен-аман, тыныс тороуын һорайым. Ә ҡалғанына иһә үҙем өлгәшермен!