03.11.2017 Дилә ИШБАЕВА.
1998 йылдың 12 ғинуарында Бөрйән районында тыуғанмын. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының 3-сө курсында уҡыйым. Быйыл “Мисс Фармация – 2017” тип аталған II Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, “Беренсе вице-мисс Фармация” исеменә лайыҡ булдым.
Бейергә яратам. Өлгөлө “Ялҡын” ансамблендә сығыш яһаным, хәҙер ҙә яратҡан шөғөлөмдән айырылмайым.
Маҡсатым – уҡыуымды яҡшы тамамлап, татыу ғаилә ҡороу.